

Ҡариҙел районы үҙәк модель китапханаһының конференциялар залында төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәреү йолаға әйләнгән, тиһәк тә яңылышмабыҙ. Был юлы LIBRARY-оҫтаханала алъяпҡыс тегергә өйрәнделәр.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Сарала китапханасылар уҡыусыларҙы алъяпҡыстың тарихы менән таныштырҙы, эш ҡоралдары менән эшләү ҡағиҙәләрен өйрәтте. Артабан туҡыма менән эшләнеләр ҙә теген машинкаһы артына ултырҙылар, тип хәбәр итә Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Алъяпҡыс – ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә, ир-егеттәргә лә бик кәрәкле эш кейеме ул. Төрлө һөнәр эйәләре лә, йорт хужабикәләре лә кейә уны. Ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәресенән барыһы ла ҡәнәғәт таралды. “Бындай сара ойоштороусыларға ҙур рәхмәт. Быға тиклем алъяпҡыс тотонмай инем, хәҙер аш бешергәндә кейергә үҙ ҡулым менән теккән матур алъяпҡысым бар”, – ти 6-сы синыф уҡыусыһы Юлиә Хәтмуллина.
Китапхананың конференциялар залы “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә булдырылған.
Фото – Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.