+15 °С
Облачно
Милли проекттар
14 Ноября 2022, 05:11

Тарих дәреслеге

“Еңеү” өҫтәл уйынының маҡсаты – йәш быуынды Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары менән таныштырыу, патриотизм, тыуған ил өсөн ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләү. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Тарих дәреслегеТарих дәреслеге
Тарих дәреслеге

“Еңеү” өҫтәл уйынының маҡсаты – йәш быуынды Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары менән таныштырыу, патриотизм, тыуған ил өсөн ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләү.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Октябрьский ҡалаһының М. Хәйретдинов исемендәге үҙәк ҡала китапханаһы фондында “Еңеү” өҫтәл уйыны барлыҡҡа килде.

“Киләсәктә төрлө йүнәлештәге уйындарҙан уйынхана ойошторорға уйлайбыҙ. Унда төрлө йәштәге кешеләргә ҡыҙыҡлы булған 30-ҙан ашыу уйын тупларға ниәтләйбеҙ. “Еңеү” – әлеге проекттың “тәүге ҡарлуғасы”, – ти Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры Елена Гришкова.

“Еңеү” өҫтәл уйынын Президент гранттары фонды ярҙамында “Быуындар хәтере” хәйриә фонды булдырған.

Мауыҡтырғыс уйынға тәүгеләрҙән булып  13-сө мәктәп уҡыусылары килде. Улар китапханала ойошторолған “1941 йылдың 7 ноябрендә үткән легендар парад” тарихи сәғәтендә ҡатнашты, тип хәбәр итә   Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Өс команданың береһе генә еңһә лә, тарих дәресе бик күп мәғлүмәт биреүе менән балаларҙың хәтерендә ҡалыр.

Фото – Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Тарих дәреслеге
Тарих дәреслеге
Тарих дәреслеге
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас