

– Ғәҙәти һатыу эше минең өсөн түгел. Был эштең ҡыҙығы юҡ. Мин ниҙер булдырыу яҡлы. Әлегә эш бирсәткәләре етештерергә булдым. Үҙ тәжрибәмдән сығып әйтә алам: бындай бирсәткәләр эштә лә, өйҙә лә кәрәк, – тип һөйләй Бәләбәй районы Приют ҡасабаһында йәшәгән утыҙ йәшлек эшҡыуар Алмас Сәйетгәрәев.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Аграр университетының механика факультетын тамамлағандан һуң ул бер нисә йыл ауыл хужалығы предприятиеһында баш инженер булып эшләй. Эш хаҡы ла аҙ түгел, хеҙмәт коллективы ла татыу. Үҙ эшен яратып, кинәнес менән башҡара. Шулай ҙа йәш егеткә үҙ эшен асыу теләге тынғылыҡ бирмәй.
Тәүҙә маҡсатына ирешергә яратҡан, яңылыҡҡа ынтылыусан егет мәғлүмәт йыя. Бәләбәй, Туймазы районы предприятиелары һәм сауҙа нөктәләре менән һөйләшкәндән һуң етештерәсәк продукцияһын һатып алыусыларҙы билдәләй.
Февраль айында тәүге станогын һатып ала. Ҡоролманы ҡуйырға, эшкә көйләргә атаһы ярҙам итә. Хәмзә Мәхәсим улының егерме йылдан ашыу себерҙә ҙур нефть ойошмаһында электрон ҡоролмалар менән эшләү тәжрибәһе ярап ҡала. Алмастың әсәһе – педагогик хеҙмәт ветераны Сирина Мәжит ҡыҙы ла, тормош иптәше Лилиә Ильмир ҡыҙы ла – эшендә терәк тә, таяныс та.
Тағы ла бер нисә станок алына. Өҫтәлмә ҡорамалдар ҙа кәрәк була. Йәш эшҡыуар июль айында муниципалитет хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. Уның бизнес-проекты “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡарала. Сентябрҙә Алмас Сәйетгәрәев Бәләбәй районы Эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү фондынан яңы ҡорамалдар алыуға займ, ә октябрҙә муниципаль программа буйынса сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидия ала. Дәүләт ярҙамы “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә күрһәтелә, тип хәбәр итә Бәләбәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
– Эш бирсәткәләре етештереү өлкәһендә көнәркәшлек ҙур. Республикабыҙҙа ғына бер нисә цех бар. Беҙ сифат менән алдырырға булдыҡ. Заказсыларыбыҙ араһында төҙөлөш компаниялары, хеҙмәт күрһәтеү үҙәктәре бар. Партнерҙарыбыҙ ҡышҡы бирсәткәләрҙе юғары баһаланы. Баҙарҙа танып торһондар өсөн, үҙ логотибыбыҙҙы булдырырға уйлайбыҙ. Яңы йылдан эш урынын арттырырға торабыҙ, – тип ниәттәре менән уртаҡлаша Алмас Хәмзә улы.
Идеялар күп. Йәш эшҡыуар барыһын дла уйлап, үлсәп эшләргә күнеккән. Киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын!
Фото – Бәләбәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлег.