

1919 йылда барлыҡҡа килгән Дүртөйлө иген ҡабул итеү пункты 1999 йылда элеватор тип үҙгәртелә.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
2020 йылда инвестор – “Реса” компаниялар төркөмө” килгәс, биналарға ремонт эшләнә, газ үткәрелә, заманса ҡорамалдар алына, эш урындары арттырыла.
Агрокластар һәм балаларҙы профиль буйынса уҡытыу, “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә 5-се мәктәптең 10-сы һәм 11-се синыф уҡыусылары элеваторҙа булды, тип хәбәр итә Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Элеваторға инеү өсөн башта хәүефһеҙлек техникаһын өйрәнәләр. Артабан лабораторияға йүнәләләр. Бында иген ҡабул ителә, тәүге сифат күҙәтеүе үтә.
Элеваторҙың һаҡлау блогы ҙур бетон колонналарҙы хәтерләтә. Уларҙың береһе ҡалалағы иң ҙур ҡоролма булып тора, ул 14 ҡаттан тора, бейеклеге 56 метр тәшкил итә.
Мәктәп уҡыусылары элеваторҙағы эштең һәр осоро менән таныша. Игенде ҡабул итеү, таҙартыу машинаһы аша үткәреү һәм башҡа нескәлектәрҙе лә белә улар хәҙер. Балалар экскурсиянан бик ҡәнәғәт ҡала. Кем белә, бәлки, тап ошо көндө кемдер игенсе булырға ҡарар иткәндер.
Фото – Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.