

Проект йәштәрҙең тарихы, халҡының ғөрөф-ғәҙәте менән ҡыҙыҡһыныуын, милли колоритлы кейемдә йөрөргә теләге барлығын күрһәтте.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Салауат ҡалаһының 21-се мәктәбендә тормошҡа ашырылған “Тыуған яҡ 2.0” проекты 2022 йылда Башҡортостан Башлығының гранттар конкурсында еңеү яуланы.
“Тыуған яҡ 2.0” проекты 2021 йылда Башҡортостан Башлығы гранттар фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған “Тыуған яҡ” Fashion Collection проектының дауамы булып тора. Был проект йәштәрҙең тарихы, халҡының ғөрөф-ғәҙәте менән ҡыҙыҡһыныуын, милли колоритлы кейемдә йөрөргә теләге барлығын күрһәтте, тип хәбәр итә Салауат ҡалаһы мәғариф идаралығы.
“Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” төбәк проекты сиктәрендә проектта Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Ишембай районы дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусылары ҡатнаша. Проект милли мираҫты популярлаштырыуға, шулай уҡ үҫмерҙәргә, йәштәргә һөнәр һайларға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Уҡыусылар әйберҙәргә һүрәт төшөрөргә, сигергә, йөн, эпоксидлы ыҫмала, сәйлән менән эшләргә өйрәнә.
– Мода көн һайын тиерлек үҙгәрә, коллекциялар бер-береһен алмаштыра, масс-маркет шәхсилекте йота торған ваҡытта йәшәйбеҙ. Кешеләр бер-береһен ҡабатлауҙан арыны, хәҙер күптәрҙең үҙенсәлекле образдар тыуҙырырға теләге тыуҙы. Быны тормошҡа ашырыуҙың иң еңел ысулы – гардеробтағы әйберҙәрҙе, биҙәүестәрҙе, аксессуарҙарҙы үҙеңә булдырыу. Тап ошоно күҙ уңында тотоп, милли колоритлы әйберҙәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә булдыҡ, – ти проект етәксеһе, 21-се мәктәптең технология уҡытыусыһы Галина Терентьева.
Эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре, бизнес алып барыу, үҙ брендыңды булдырыу буйынса семинар үткәреү ҙә ниәтләнә. Был теләүселәргә йүнселлеккә тотонорға, үҙмәшғүл булараҡ теркәлергә ярҙам итер, тип көтөлә.
Фото – Салауат ҡалаһы мәғариф идаралығы.