+2 °С
Облачно
Милли проекттар
5 Октября 2022, 08:48

Эштәр тамамланыуға бара

Өфө ҡалаһының “Сағыу” биҫтәһендә юл һалыу эштәре тамамланыуға табан бара. Яңы һалынған юлдың оҙонлоғо 2,3 саҡрым тәшкил итә. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 170 миллион һум аҡса бүленгән. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Эштәр тамамланыуға бараЭштәр тамамланыуға бара
Эштәр тамамланыуға бара

Өфө ҡалаһының “Сағыу” биҫтәһендә юл һалыу эштәре тамамланыуға табан бара. Яңы һалынған юлдың оҙонлоғо 2,3 саҡрым тәшкил итә. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 170 миллион һум аҡса бүленгән.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Юл төҙөү эштәре “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Стимул” программаһы буйынса алып барыла. 

– “Стимул” федераль программаһы буйынса проект финанслауы торлаҡ төҙөү күләме яҡшы булғанда ғына тормошҡа ашырыла. “Сағыу” биҫтәһендә төҙөлөш эштәре әүҙем бара.  2022 йылда 130 мең квадрат метр торлаҡ төҙөү планлаштырылған, әле уның 47 мең квадрат метры төҙөлгән. Бында социаль инфраструктура ла үҫешкән. Шуға ла автомобиль юлдары, тротуарҙар бик кәрәк”, – тип билдәләй Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Егор Родин.

Ғинуар айында башланған эштәр ноябрҙә тамамлана. Проект буйынса велосипед өсөн, йүгереү юлдары, тротуарҙар, газондар, юл ситтәре, ямғыр канализацияһы ла ҡаралған.

“Стимул” программаһы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Торлаҡ” федераль проекты буйынса 2018 йылдан тормошҡа ашырыла. Финанслау – федераль, республика һәм урындағы ҡаҙналарҙан.

Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

 

Эштәр тамамланыуға бара
Эштәр тамамланыуға бара
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас