+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Сентябрь 2022, 14:39

Заманса китапханалар

Киләһе йылда Башҡортостанда ике модель китапхана асыла. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Заманса китапханалар
Заманса китапханалар

Киләһе йылда Башҡортостанда ике модель китапхана асыла.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Республиканан ике китапхана 2023 йылда китапханаларҙы яңыртыуға Рәсәй субъекттары конкурсында еңеүгә өлгәшкән. Улар – Балаҡатай районының Ф.Н.Байышев исемендәге һәм Ишембай районының үҙәк китапханалары. Яңыртыу өсөн уларға федераль ҡаҙнанан 10-ар миллион һум аҡса бүленә, тип хәбәр итә  БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

РФ Мәҙәниәт министрлығы иғлан иткән конкурста 218 муниципаль китапхана еңеүселәр иҫәбенә ингән. Модель муниципаль китапханалар булдырыуға федераль ҡаҙнанан 1 миллиард 530 миллион һум аҡса бүленә.

Әле Башҡортостанда 14 заманса китапхана булдырылған. Дүрт йыл эсендә проектҡа ил буйынса 850 китапхана ингән.

Фото – БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: