+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Сентябрь 2022, 15:13

"Иң яҡшы йөк машинаһы водителе" кем?

Өс көн буйы барған Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы һөҙөмтәләре билдәле. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

"Иң яҡшы йөк машинаһы водителе" кем?
"Иң яҡшы йөк машинаһы водителе" кем?

Өс көн буйы барған Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсы һөҙөмтәләре билдәле.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Федераль юл агентлығының ”ИНФОРМАВТОДОР” автомобиль юлдары буйынса мәғлүмәт үҙәге хәбәр итеүенсә, сараны Рәсәй Транспорт министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте,  Автомобиль транспорты фәнни-тикшереү институты һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте  “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә ойоштора. Конкурстың приз фонды бер миллион һум тәшкил итә.

Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 50 водитель ярыша. Йөк машинаһын йөрөтөү оҫталығы ла, теоретик белем дә тикшерелә. Ярыштар ике категорияла: ун тоннаға тиклем һәм унан күберәк ауырлығы булған машиналарҙа бара.

Ун тоннаға тиклем ауырлыҡтағы машинала ярышта Липецктан Александр Климов, ә ун тоннанан ашыу автомобилдә Екатеринбургтан Сергей Андрианов беренсе урынға сыға. Улар 300 мең һум аҡса менән бүләкләнә.

Бүләкләү тантанаһы “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресы сиктәрендә үтә.

Фото – Федераль юл агентлығының ”ИНФОРМАВТОДОР” автомобиль юлдары буйынса мәғлүмәт үҙәге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: