+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Сентябрь 2022, 11:08

Башҡортостанда 216 “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асылды

“Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә дүрт йыл эсендә 598 мәктәп нигеҙендә “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре булдырылған, информатика, хәүефһеҙлек нигеҙҙәре, технология, химия, биология, физика предметтары буйынса уҡыу программаларын тормошҡа ашырыу өсөн матди-техник база яңыртылған. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда 216 “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асылды
Башҡортостанда 216 “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асылды

“Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә дүрт йыл эсендә 598 мәктәп нигеҙендә “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре булдырылған, информатика, хәүефһеҙлек нигеҙҙәре, технология, химия, биология, физика предметтары буйынса уҡыу программаларын тормошҡа ашырыу өсөн матди-техник база яңыртылған.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

“Үҫеш нөктәһе” үҙәктәрендә уҡыусылар заманса компьютерҙарҙа һәм 3D-принтерҙарҙа шөғөлләнә, квадрокоптерҙар менән идара итә, виртуаль ысынбарлыҡ шлемы менән эшләй. Уҡыусылар шахматта уйнай, фотостудияла шөғөлләнә, үҙ медиапродуктын булдыра, тип хәбәр итә БР Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Бындай үҙәктәр булдырылыуы ауыл ерендә йәшәгән уҡыусыларға заманса технологиялар менән эшләргә өйрәнеү өсөн мөмкинлектәр аса.  

Фото – БР Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: