+2 °С
Облачно
Милли проекттар
14 Июля 2022, 05:25

Сифатлы эсәр һыу кәрәк

“Таҙа һыу” төбәк программаһы сиктәрендә 2022 йылда республикала Бөрө ҡалаһында, Өфөнөң Цветы Башкирии ауылында, Иглин районы үҙәгендә, Краснокама районының Ҡайынлыҡ һәм Яңы Нуғай ауылдарында, Өфө районы Сергеевка ауылында, Хәйбулла районы Бүребай ауылында һыу менән тәьмин итеү объекттары төҙөү ҡаралған. Шулай уҡ Раевкала, Шишмәлә эштәр дауам итә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Сифатлы эсәр һыу кәрәкСифатлы эсәр һыу кәрәк
Сифатлы эсәр һыу кәрәк

“Таҙа һыу” төбәк программаһы сиктәрендә 2022 йылда республикала Бөрө ҡалаһында, Өфөнөң Цветы Башкирии ауылында, Иглин районы үҙәгендә, Краснокама районының Ҡайынлыҡ һәм Яңы Нуғай ауылдарында, Өфө районы Сергеевка ауылында, Хәйбулла районы Бүребай ауылында һыу менән тәьмин итеү объекттары төҙөү ҡаралған. Шулай уҡ Раевкала, Шишмәлә эштәр дауам итә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Әле Краснокама районының Яңы Нуғай ауылында яңы һыу үткәргес төҙөлә. Уны  “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Таҙа һыу” федераль проекты сиктәрендә “Регион Уфа” ойошмаһы төҙөй. Эштәр быйыл 16 мартта башланған, 2023 йылдың 30 октябрендә тамамлау күҙаллана, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Һыу үткәргестең оҙонлоғо 13357 метр тәшкил итә. Ике һыу һурҙырғыс башня ҡуйыла. Яңы һыу үткәргес 500 хужалыҡты сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итергә мөмкинлек бирә. Ауыл хакимиәте башлығы Илфас Исламов белдереүенсә, әле ауылда һыу өс күп фатирлы йортҡа һәм ике урамға ғына үткәрелгән. Ҡалғандар һыуҙы шәхси ҡоҙоҡтарҙан йәки шишмәнән ала.

Фото – БР Торлаҡ-коммуналь зужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас