+10 °С
Ясно
Милли проекттар
8 Июля 2022, 07:25

Яңы мәктәп – Затонда

Өфөнөң Затон биҫтәһендәге Көнсығыш районында 1225 урынлыҡ мәктәпте төҙөү эштәре март айында башланған. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан  

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы мәктәп – ЗатондаЯңы мәктәп – Затонда
Яңы мәктәп – Затонда

Өфөнөң Затон биҫтәһендәге Көнсығыш районында 1225 урынлыҡ мәктәпте төҙөү эштәре март айында башланған.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Объектты төҙөү барышы – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте күҙәтеүендә. Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов етәкселегендә эшлекле кәңәшмәлә төҙөлөш барышы хаҡында һөйләштеләр, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Әле төҙөүселәр контроль тикшереү өсөн свайҙар ҡағалар. Лаборатор тикшереүҙәрҙән һуң белгестәр свай яланы ҡуйыуға тотоналар.

Белем усағы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы менән “Просвещение” етенсе концессия компанияһы” араһында 1225 урынлыҡ мәктәпте финанслау, төҙөү һәм эксплуатациялау тураһында концессион килешеү төҙөү, шулай уҡ “Мәғариф” милли проекты ярҙамында булдырыла.

Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас