+14 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йәштәргә мөмкинлектәр

25 йәшкә тиклем эшҡыуарҙарға проектын тормошҡа ашырыуға 100 мең һумдан алып 500 мең һумға тиклем грант биреү граждандарҙы йүнселлеккә йәлеп итеү өсөн һөҙөмтәле сара булып тора. Уҡыуҙар түләүһеҙ, Башҡортостан Республикаһы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығының “Минең бизнесым” үҙәгендә үтә. Уҡып бөткәс, сертификат тапшырыла, ул грант алыу конкурсында ҡатнашыу өсөн кәрәк. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Йәштәргә мөмкинлектәр
Йәштәргә мөмкинлектәр

– 25 йәшкә тиклем эшҡыуарҙарға проектын тормошҡа ашырыуға 100 мең һумдан алып 500 мең һумға тиклем грант биреү граждандарҙы йүнселлеккә йәлеп итеү өсөн һөҙөмтәле сара булып тора. Уҡыуҙар түләүһеҙ, Башҡортостан Республикаһы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлығының “Минең бизнесым” үҙәгендә үтә. Уҡып бөткәс, сертификат тапшырыла, ул грант алыу конкурсында ҡатнашыу өсөн кәрәк, – тип билдәләй Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәренә өйрәнеү 25 йәшкә тиклем йәш эшҡыуарҙарға ярҙам күрһәтеү программаһы буйынса грант алыу өсөн мотлаҡ шарт булып тора. Программа быйыл төбәк кризис шарттарында бизнесҡа ярҙам итеү сиктәрендә булдырылды. Башҡортостанда был сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә  тормошҡа ашырыла, тип хәбәр итә БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Йәш йүнселдәр, эшҡыуарлы ҡнигеҙен өйрәнеү менән бергә, бизнес-план төҙөй, проектының маркетинг стратегияһын эшләй, заманса технологиялар ҡулланырға, бизнесты алып барырға өйрәнә.

“Йәштәр эшҡыуарлығы” йүнәлеше буйынса белем алырға теләүселәр 25 июнгә тиклем https://investrb.ru/ru/press-center/event/obrazovatelnaya-programma-molodezhnoe-predprinimatelstvo-/ һылтанмаһы буйынса ғариза тапшыра. Өҫтәмә мәғлүмәтте “Минең бизнесым” үҙәгенән +7 (347) 224-99-99 телефоны буйынса алырға мөмкин.  

Фото –  БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в