+14 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бетондан һәм гипстан

Тәтешле районынан Данир Фәтҡиев тротуар плиталары һәм вазондар етештерергә теләй. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Бетондан һәм гипстан
Бетондан һәм гипстан

Тәтешле районынан Данир Фәтҡиев тротуар плиталары һәм вазондар етештерергә теләй.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Был эшкә тотоноу уйы күңелендә күптән йөрөй. Тәүҙә ул бындай әйбергә һорау барлығын-юҡлығын, баҙарҙа үтемле булыу-булмауын өйрәнә һәм, әлбиттә, был өлкәлә эшләгән кешеләр менән аралаша. Продукцияны нисек тәҡдим итергә, һатып алыусыны ҡайһылай ҡыҙыҡһындырырға? Ошо һорауҙарға ла яуап эҙләй ул.

“Урам вазондарын төрлө ерҙә осратырға була. Административ биналарҙы ла, шәхси йорт ихаталарын да берҙәй биҙәй улар, ландшафт дизайны өсөн киң ҡулланыла. Эшем яйға һалынырына ышанам, сөнки тормошҡа ашырыр идеялар бик күп. Һис шикһеҙ, мин етештергән әйберҙәр үҙенсәлекле булыуы менән айырылып торор”, – ти яңы эш башлаған эшҡыуар. Бетондан һәм гипстан төрлө әйберҙәр эшләү хаҡында мауығып һөйләй ул.

Бер аҙна элек Тәтешле районы мәшғүллек үҙәге янындағы комиссия социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам биреү программаһында ҡатнашыусы булараҡ   Данир Фәтҡиевтың бизнес-планын хупланы.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә алынған аҡсаға йүнсел етештереү ҡорамалдары алырға уйлай. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә бәләкәй бизнес субъектарына дәүләт ярҙамы саралары менән таныштырылды, етештереү өсөн тап килгән бина табышырға ярҙам итергә ҡарар ҡылынды, тип хәбәр итә Тәтешле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” аҙна һайын үтә. Унда теләгән һәр кем үҙ бизнес-проектын тәҡдим итә ала. Бының өсөн райондың бизнес-шерифына йәки https://investrb.ru/ һылтанмаһы буйынса Башҡортостан Республикаһының инвестиция порталына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Фото – Тәтешле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в