+9 °С
Облачно
Милли проекттар
9 Июня 2022, 07:41

Бинаның стиле һаҡлана

Өфөлә 7-се балалар музыка мәктәбенә капиталь ремонт эшләнә. Был маҡсатҡа федераль, төбәк һәм ҡала ҡаҙналарынан 22 миллион һум аҡса бүленә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Бинаның стиле һаҡланаБинаның стиле һаҡлана
Бинаның стиле һаҡлана

Өфөлә 7-се балалар музыка мәктәбенә капиталь ремонт эшләнә. Был маҡсатҡа федераль, төбәк һәм ҡала ҡаҙналарынан 22 миллион һум аҡса бүленә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Коммунистик урамында урынлашҡан мәктәптә 15 музыка йүнәлеше буйынса 405 бала шөғөлләнә.

Бинаның ҡыйығына, йөҙөнә, концерт залына капиталь ремонт яһау ниәтләнә. Инженер системалары яңыртыла, эске биҙәү эштәре башҡарыла.

Тамаша залында эштәр башланған да инде. Ремонт мәлендә бинаның стилен һаҡлап ҡалалар. Һауа торошо яҡшырғас, төҙөүселәр ҡыйыҡтағы эштәргә тотонмаҡсылар, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

2022 йылдың июнендә 7-се балалар музыка мәктәбе 60 йыллығын билдәләй. Капиталь ремонт октябрь айында тамамлана. Ул “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса үткәрелә.

 

Фото –  Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас