+9 °С
Облачно
Милли проекттар
7 Июня 2022, 04:25

Тиҙҙән өй туйларҙар

Ҡариҙелдә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә һалынған күп ҡатлы йорттағы 24 фатирҙың 14-е авария хәлендәге торлаҡта йәшәүселәрҙе күсереү өсөн тәғәйенләнә.   #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Тиҙҙән өй туйларҙарТиҙҙән өй туйларҙар
Тиҙҙән өй туйларҙар

Ҡариҙелдә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә һалынған күп ҡатлы йорттағы 24 фатирҙың 14-е авария хәлендәге торлаҡта йәшәүселәрҙе күсереү өсөн тәғәйенләнә.  

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Төҙөүсе – Башҡортостан Республикаһы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды коммерция булмаған ойошмаһы, тип хәбәр итә Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

– Эштәр йылдам бара, төҙөүселәр иртә таңдан килә. Объектта 12 кеше эшләй, улар барыһы ла ошонда йәшәй. Йорттоң өс ҡаты ла төҙөлдө, санузелдар ҙа әҙер. Әле алда ҡыйығын ябыу, бүлмәләр бүлеү, коммуникациялар үткәреү эштәре тора, шунан  биҙәү эштәре, тирә-яҡ биләмәһен төҙөкләндереү ҡала, –  тип һөйләй мастер Фуат Ғәлиәхмәтов.

Төҙөлөштә эштәр ҡайнай, тиҙҙән кемдер фатир асҡысы алып ҡыуаныр.

Фото – Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас