+19 °С
Облачно


2022 йылда Башҡортостанда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса барыһы 210 саҡрым юлды нормаға килтереү планлаштырыла. Эштәр 102 объектта алып барыла, уларҙың 45-е – Өфө, 38-е Стәрлетамаҡ тирәһендә.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
БР Юл һәм транспорт хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был маҡсатҡа һигеҙ миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә, 3,9 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан.
Һүрәттә: Благовещен районында эштәр ҡыҙыу бара.
Фото – БР Юл һәм транспорт хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.