+5 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Милли проекттар
2 Июня 2022, 04:57

Үҙенсәлекле күргәҙмә

“Яҙмыш шаярыуы, йәки Еңел пар менән!”, “Афоня” фильмдары менән Бәләбәй ҡалаһының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы араһында ниндәй бәйләнеш бар? СССР-ға арналған күргәҙмәлә булғандар яуапты белә. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Үҙенсәлекле күргәҙмәҮҙенсәлекле күргәҙмә
Үҙенсәлекле күргәҙмә

“Яҙмыш шаярыуы, йәки Еңел пар менән!”, “Афоня” фильмдары менән Бәләбәй ҡалаһының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы араһында ниндәй бәйләнеш бар? СССР-ға арналған күргәҙмәлә булғандар яуапты белә.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Бәләбәй ҡалаһының тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында СССР-ға арналған күргәҙмә бара. Унда Пушкин картаһы аша ла инергә мөмкин, тип хәбәр итә Бәләбәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

 “Ағиҙел” электр ҡырынғысын “Яҙмыш шаярыуы, йәки Еңел пар менән!” фильмы героиняһы Яңы йылға Ипполитҡа бүләк итә, Лукашин уның менән ҡырына. Гәлсәр ваза ла бар был фильмда, төп герой тап ошондай вазанан турама ашай. Ә Ленинградта эшләнгән “Спутник” ҡырынғысы менән “Афоня”ла Куравлев ҡырына. “100 тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреү яҡшыраҡ. Шуға ла барығыҙҙы ла музейҙа көтәбеҙ!” – ти музей директоры Ольга Ивлева.

Мәҙәни сараларға мөмкин тиклем күберәк кешеләр килеүе – “Мәҙәниәт” милли проектының мөһим бурыстарының береһе. Билеттарҙы кассала ла, түбәндәге һылтанма буйынса ла алырға мөмкин:  https://vk.com/away.php?to=https://vmuzey.com/museum/.

Фото – Бәләбәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге

Үҙенсәлекле күргәҙмә
Үҙенсәлекле күргәҙмә
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас