

Хәйбулла районынан Рәсих Әхмәтов туризм буйынса эшен киңәйтеү маҡсатында тәгәрмәсле мунса, кәмәләр, япмалар һәм башҡа әйберҙәр алырға ниәтләй.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Туризм эшмәкәрлеге менән ул 2013 йылдан алып шөғөлләнә. Турист базаһында саралар үткәреү өсөн япма, пляж, мунсаһы бар. Артабан эште киңәйтеү өсөн тәгәрмәсле мунса, кәмәләр, япмалар һәм туризм өсөн башҡа йыһаздар кәрәк. Был әйберҙәрҙе алыу өсөн аҡсаһы етмәй. Тап ошо мәсьәләне хәл итеү маҡсатында ул район хакимиәтендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә мөрәжәғәт итә.
Йүнселгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү мөмкинлектәрен ҡарарға ҡарар иттеләр, тип хәбәр итә Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Эшҡыуарлыҡтың үҫешеүе эш урындары булдырыуға, һалым түләүҙең артыуына булышлыҡ итә.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” ултырышы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә үткәрелә.
Фото – Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.