

Репетиторлыҡ – белемде уртаҡлашып, лайыҡлы килем алыу өсөн бик уңайлы ысул. Балаһына ниндәйҙер предметты төптән өйрәтеү йә имтихандарға әҙерләүмаҡсатында ата-әсәләр йыш ҡына репетиторға мөрәжәғәт итә. Дүртөйлө районы хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыусы тап ошондай хеҙмәт күрһәтергә ниәтләй.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
“Мин математика буйынса репетиторлыҡ менән шөғөлләнәм. Ҡалала кабинетым бар. Социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам аҡсаһына интерактив панель, маркер таҡтаһы, кулер алдым. Хәҙер ауылда ла кабинет асырға теләйем. Тик бының өсөн таҡта кәрәк”, – тип бүлешә теләге менән үҙмәшғүл ҡатын.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” кәңәшмәһе “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә үткәрелә, тип хәбәр итә Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алырға, үҙ эшен асырға теләүселәр йәшәгән урыны буйынса бизнес-шерифҡа мөрәжәғәт итә йәки https://investrb.ru/ru/ һылтанмаһы буйынса Башҡортостан Республикаһының инвестиция порталында ғариза ҡалдыра ала.
Фото – Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.