+12 °С
Облачно
Милли проекттар
26 Мая 2022, 15:49

“Импортты алмаштырыу. Технологик процестар менән идара итеүҙең автоматлаштырылған системаһы. Төп трендтар-2022”

Өфөлә санкциялар шарттарында етештереүҙе һанлаштырыуға арналған күргәҙмә бара. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
“Импортты алмаштырыу. Технологик процестар менән идара итеүҙең автоматлаштырылған системаһы. Төп трендтар-2022”“Импортты алмаштырыу. Технологик процестар менән идара итеүҙең автоматлаштырылған системаһы. Төп трендтар-2022”
“Импортты алмаштырыу. Технологик процестар менән идара итеүҙең автоматлаштырылған системаһы. Төп трендтар-2022”

Өфөлә санкциялар шарттарында етештереүҙе һанлаштырыуға арналған күргәҙмә бара.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Өфөлә “Форт Диалог” компанияһы тарафынан  һанлы ҡаҙаныштарҙы күрһәтеү өсөн булдырылған  IТ-майҙансыҡта  “Импортты алмаштырыу. Технологик процестар менән идара итеүҙең автоматлаштырылған системаһы. Төп трендтар-2022” күргәҙмәһе асылды. Ул санкциялар шарттарында етештереүҙе һанлаштырыуға арнала, тип хәбәр итә БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Күргәҙмәгә килеүселәр етештереүҙәге технологик процестарҙы автоматлаштырыу өлкәһендә яңы ҡаҙаныштар, Башҡортостан Республикаһында, шулай уҡ Рәсәйҙә етештерелгән ҡорамал өлгөләре, тренажерҙар, программа тәьминәте менән таныша ала.

Күргәҙмәлә Мәскәү, Пермь, Өфө, Салауат  ҡалалары предприятиелары ҡатнаша. Бында машина күреүе системалары, технологик процестар менән идара итеүҙең автоматлаштырылған системаһы шкафтары, VR-тренажерҙар, етештереү контроллерҙары, вибромониторинг системалары ҡуйылған. Улар барыһы ла – импортты алмаштырыу ҡаҙаныштары.

Ҡоролмаларҙы түбәндәге  адрес буйынса килеп ҡарарға була: 25 – 27 майҙа Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 33/2 һанлы йорт.

Фото – БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас