+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Май 2022, 11:56

Күңелле ял өсөн

Ҡырмыҫҡалы ауылының көньяҡ-көнсығыш биҫтәһендә йәшәүселәр яңы парк өсөн тауыш бирә ала. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Күңелле ял өсөн
Күңелле ял өсөн

Ҡырмыҫҡалы ауылының көньяҡ-көнсығыш биҫтәһендә йәшәүселәр яңы парк өсөн тауыш бирә ала.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Ауыл халҡы 2023 йылда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы сиктәрендә “Күңелле” паркы төҙөлөүенә иҫәп тота. Бының өсөн 30 майға тиклем https://02.gorodsreda.ru/ сайтында ошо биләмә өсөн тауыш бирергә кәрәк, тип хәбәр итә Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Күңелле” паркында балалар һәм спорт майҙансыҡтары, ял урыны, йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар булдырыу, уны йәшелләндереү, бәләкәй архитектур ҡоролмалар менән биҙәү күҙаллана.

Был парктан тыш, район халҡы Прибельский ауылында “Үҙәк квадрат” паркы һәм Константиновка ауылында Еңеү паркы төҙөү өсөн тауыш бирә ала.

Фото – Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: