+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Май 2022, 13:11

Ат йәнле егет

Ҡариҙел районының Ҡорош ауылында йәшәгән шәхси эшҡыуар Малик Әхәтов “Агростартап” грантын ота. Ул Раздолье ауылында башҡорт тоҡомло йылҡы малы үрсетергә уйлай. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Ат йәнле егет
Ат йәнле егет

Ҡариҙел районының Ҡорош ауылында йәшәгән шәхси эшҡыуар Малик Әхәтов “Агростартап” грантын ота. Ул Раздолье ауылында башҡорт тоҡомло йылҡы малы үрсетергә уйлай.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Әле 1338 квадрат метрлыҡ бинаны, 117 гектар ерҙе ҡуртымға алған. Алты баш эре мөгөҙлө малы, бер ни тиклем ауыл хужалығы техникаһы бар. Баймаҡ районы эшҡыуары Альфред Хөсәйеновтан аттар һатып алырға ниәтләй, тип хәбәр итә Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Бәләкәстән аттар яраттым. Теләгемде тормошҡа ашырыу маҡсатында “Агростартап”ҡа ғариза бирҙем һәм еңеп сыҡтым. 30 баш йылҡы малын алыу тураһында килештем, уларҙы үҙ фермама алып ҡайтырға уйлайым”, – тип бүлешә ул.

“Агростартап” гранты “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

 

Фото – Ҡариҙел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: