+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Май 2022, 16:35

Уйна, ҡурай!

Быйыл Ғата Сөләймәнов исемендәге республика Ҡурай байрамы Октябрьский ҡалаһында 13-14 майҙа үтә. Программала үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсылар араһында конкурс, ижади лаборатория, бәйге еңеүселәре һәм ҡунаҡтар ҡатнашлығында саралар ҡаралған. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Уйна, ҡурай!
Уйна, ҡурай!

Быйыл Ғата Сөләймәнов исемендәге республика Ҡурай байрамы Октябрьский ҡалаһында 13-14 майҙа үтә. Программала үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсылар араһында конкурс, ижади лаборатория, бәйге еңеүселәре һәм ҡунаҡтар ҡатнашлығында саралар ҡаралған.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Сара “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә милли музыка ҡоралыбыҙ ҡурайҙы пропагандалау һәм популярлаштырыу, башҡарыу традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, ғаилә ижады традицияларын үҫтереү маҡсатында уҙғарыла, тип хәбәр итә Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Башҡарыу оҫталығы өс йәш категорияһында ҡарала. 12 йәшкә тиклемге ҡатнашыусылар, 12 – 16 йәшлектәр берешәр турҙа ярыша, улар оҙон көй һәм бейеү көйө йәки марш уйнап күрһәтә.

16 йәштән өлкән ҡурайсылар өсөн конкурс ике турҙан тора. Үҙешмәкәр солистар үҙҙәре теләгән дүрт әҫәрҙе башҡарып күрһәтә. Ҡурай класы буйынса юғары йәки урта һөнәри белем алған музыканттар оҙон көй башҡара, шул иҫәптән билет буйынса ла уйнайҙар. Билеттарҙа йөҙ көй күрһәтелгән, улар араһында  “Ашҡаҙар”, “Һандуғас”, Сибай”, “Буранбай”, “Томан” һәм башҡа көйҙәр бар.

Ҡурайсылар ансамблдәре ике йәш категорияһында, бер турҙа ярыша.

Сараны йооштороусылар: БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте.

Фото – Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: