+9 °С
Облачно
Милли проекттар
27 Апреля 2022, 09:53

Яңылары – төҙөлә, иҫкеләре – яңыртыла

Ишембай урамдарында модулле павильондар, киоскылар, сауҙа-туҡталыш комплекстары – стационар булмаған сауҙа объекттары барлыҡҡа килә башланы. Күп эшҡыуарҙар, стационар урын һатып йәки ҡуртымға алыуға ҡарағанда, ошо рәүешле уңайлы, тип билдәләй. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңылары – төҙөлә, иҫкеләре – яңыртылаЯңылары – төҙөлә, иҫкеләре – яңыртыла
Яңылары – төҙөлә, иҫкеләре – яңыртыла

Ишембай урамдарында модулле павильондар, киоскылар, сауҙа-туҡталыш комплекстары – стационар булмаған сауҙа объекттары барлыҡҡа килә башланы. Күп эшҡыуарҙар, стационар урын һатып йәки ҡуртымға алыуға ҡарағанда, ошо рәүешле уңайлы, тип билдәләй.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Стационар булмаған сауҙа объекттары “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә булдырыла.

2020 йылдан алып район хакимиәте стационар булмаған сауҙа объекттарының тышҡы күренешен яңыртыу өҫтөндә әүҙем эшләй. Әле район биләмәһендә биш яңы сауҙа объекты эшләй башланы, 11 сауҙа һәм хеҙмәт күрһәтеү объекты яңыртылды, икеһендә төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланыу алдында тора. Алты объект һүтеп алынған.

Бынан тыш, миҙгелләп эшләгән стационар булмаған сауҙа объекттары ла матурланды. Был йәһәттән эш артабан да дауам итә, тип хәбәр итә Ишембай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Киләһе йылдарҙа стационар булмаған сауҙа объекттарын урынлаштырыу схемаһы эшләнгән һәм раҫланған. Уларҙы эшләгәндә территориаль тигеҙлек, транспорт һәм йәйәүлеләр йөрөүе өсөн уңайлы булыуы, ҡаланың матурлығына булышлыҡ итеүе иҫәпкә алынған.

Фото – Ишембай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас