

“Агростартап” гранты алыуға Ҡыйғы районынан ике кеше үтте. Нәжибә Хафизова – мал үрсетеү, Мансур Ғәләүиев картуф үҫтереү буйынса проектын яҡланы.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
БР Ауыл хужалығы министрлығында “Агростартап” гранты алыуға һайлау буйынса комиссия эшен тамамланы. 200 претендент араһынан 39 кеше һайлап алынды.
2022 йылда “Агростартап” программаһы буйынса дәүләт ярҙамының дөйөм суммаһы 125,4 миллион һум тәшкил итә.
“Агростартап” программаһы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. 2019 – 2021 йылдарҙа программаны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 232 яңы фермер хужалығы барлыҡҡа килгән.
Фото – Ҡыйғы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.