

Талбазы ауылы эшҡыуары урам өсөн диод яҡтылығы таҫмалары һәм гирляндалар етештереү буйынса проект тәҡдим итә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
– Электромонтаж эштәрен башҡарыу буйынса тәжрибәм бар, бының менән 2013 йылдан алып шөғөлләнәм. Ауыл хакимиәттәре, муниципаль берәмектәр һәм башҡа ойошмалар ҙа бина алдарын яҡтыртыуҙы, яңы йыл байрамдарында урамдарҙы биҙәүҙе һорап йыш мөрәжәғәт итә. Ҡайһы ваҡыт яҡтыртыу әйберҙәрен йәһәт кенә табырға кәрәк. Шуға ла уларҙы үҙебеҙ етештереп ҡарарға булдыҡ, – ти эшҡыуар Ауырғазы районы хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә.
Диод яҡтылығы таҫмаларынан конструкциялар, декорациялар эшләү ауыл урамдарын биҙәү өсөн бик кәрәк. Етештереү проекты эш урындары булдырыуҙы ла күҙ уңында тота. Ойошманың үҙенсәлеге шунда: бында социаль яҡтан яҡланмаған категорияға ҡараған кешеләр, йәғни аҙ килемлеләр, күп балалылар, пенсия алды йәшендәгеләр һ.б. эшләй.
Район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов етештереү цехы төҙөү өсөн ер участкаһы биреү варианттары эҙләргә ҡушты, тип хәбәр итә Ауырғазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә үтә. Унда теләгән һәр кем үҙ проектын тәҡдим итә ала.