+9 °С
Ясно
Милли проекттар
21 Апреля 2022, 18:15

Иҫәбе – пляжды төҙөкләндереү

Проекттың маҡсаты – Ҡарман һыуһаҡлағысы пляжында йәйге осорҙа матур хәүефһеҙ ял өсөн шарттар булдырыу. Бында йәштәргә лә, бәләкәс балалы ғаиләләргә лә, оло йәштәгеләргә лә ҡыҙыҡ булмаҡсы. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Иҫәбе – пляжды төҙөкләндереүИҫәбе – пляжды төҙөкләндереү
Иҫәбе – пляжды төҙөкләндереү

Проекттың маҡсаты – Ҡарман һыуһаҡлағысы пляжында йәйге осорҙа матур хәүефһеҙ ял өсөн шарттар булдырыу. Бында йәштәргә лә, бәләкәс балалы ғаиләләргә лә, оло йәштәгеләргә лә ҡыҙыҡ булмаҡсы.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Нефтекама ҡалаһы шәхси эшҡыуары Денис Закиров ҡала пляжын төҙөкләндермәксе. Бының өсөн биш миллион һум аҡса тотонорға уйлай. Был хаҡта ул ҡала хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә һөйләне, тип хәбәр итә Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Әле эшҡыуар бизнес-план төҙөгән, үҫеш өсөн юлдар билдәләгән. Йәйге кафе һәм һыу транспорты прокаты пункты урынлаштырыу өсөн проект инициаторы ер участкаһын ҡуртымға алыу буйынса килешеү төҙөүҙә һәм электр үткәреүҙә ярҙам күрһәтеүҙе һорай. Проект йәйге осорҙа килем килтерһә, йүнсел тәбиғәт ҡосағында уңайлы шарттарҙа ял ойоштороу буйынса эшен йылдың һәр миҙгелендә лә дауам итергә әҙер. Пляжға инеү түләүһеҙ ҡалыуын да билдәләп үтергә кәрәк.

Кәңәшмәнең икенсе өлөшөндә “Нефтекама” аэропорты эшен тергеҙеү буйынса проект ҡайтанан ҡаралды. Проектты “Инвестиция сәғәте” ултырышында ҡатнашыу өсөн әҙерләргә ҡарар ителде.

 “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә теләгән һәр кем мөрәжәғәт итә ала. Бының өсөн https://investrb.ru/ru/ һылтанмаһы аша Инвестиция порталында ғариза ҡалдырырға йәки үҙегеҙ йәшәгән район хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Фото –  Нефтекама ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас