+9 °С
Облачно
Милли проекттар
20 Апреля 2022, 14:05

Заман талаптарына яуап бирергә!

Сибай ҡалаһы шәхси эшҡыуары Альбина Зәйҙуллинаның маҡсаты был. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Заман талаптарына яуап бирергә!Заман талаптарына яуап бирергә!
Заман талаптарына яуап бирергә!

Сибай ҡалаһы шәхси эшҡыуары Альбина Зәйҙуллинаның маҡсаты был.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

2003 йылда матурлыҡ салонында парикмахер булып эш башлаған Альбина Риф ҡыҙы уның етәксеһе булып китә. Артабан шәхси эшҡыуар булып теркәлә.

“Николь” матурлыҡ салонында тирене йәшәртергә, сәс ҡырҡырға, ҡулдарҙы тәртипкә килтерергә мөмкин, тип хәбәр итә Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Альбина Риф ҡыҙы һәр кемдең күңеленә юл һала белә, заман талаптарына яуап бирергә тырыша. Оҫталығын арттырыу маҡсатында төрлө курстарҙа уҡый, оҫталыҡ дәрестәре ала, конкурстарҙа ҡатнаша.

2020 йылда йүнсел Сибай ҡалаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү муниципаль программаһы һәм “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә субсидия ала. Был аҡсаға ул заманса ҡоролмалар ала, матурлыҡ салоны артабан үҫешеүен дауам итә.

 Фото – Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас