

Бильярдтың һаулыҡҡа яҡшы тәьҫир иткәнен белмәгән кеше юҡтыр. Уны уйнағанда кеше һәр яҡлап асыла: аҡыл, интеллектуаль һәм физик һәләттәрен күрһәтә. Бер партия мәлендә уйынсы өҫтәл тирәләй 2-3 саҡрым, ҡайһы ваҡыт күберәк тә ара үтә икән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Уйнағанда күҙ үлсәме, етеҙлек үҫешә, хәрәкәт аныҡлығы булдырыла. Бильярд нервы көсөргәнешенән ҡотолорға ярҙам итә.
“Империя” мәҙәниәт-ял итеү үҙәгендә Бильярд буйынса Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы кубогына турнирҙың 6-сы этабы үтте. Сара “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль проекты сиктәрендә ойошторолдо.
Бильярд ярышында 16 уйынсы ҡатнашты. Улар араһында Илеш районынан да кешеләр бар ине, тип хәбәр итә Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Ярышҡа был уйынды аңлаған, яратҡан кешеләр йыйылды. Сарала татыулыҡ хөкөм һөрҙө, шул уҡ ваҡытта бик матур уйын күрһәтелде”, – ти Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов.
Призлы урындарҙы дүртөйлөләр яуланы.
Фото – Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.