

Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл-Уңғар ауылында “Ҡурай” балалар баҡсаһы ишеген асты. Уңайлы, иркен, яҡты балалар баҡсаһы бөгөн бәләкәстәрҙең шат тауышына күмелде.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Бәләкәстәр ҙә, ата-әсәләре лә был көндө көтөп алды. Быға тиклем балаларҙы Һәүәләй һәм Олокүл ауылдарындағы балалар баҡсаһына йөрөтәләр ине. Бөгөн иһә кескәйҙәр уңайлы, иркен, яҡты балалар баҡсаһы тупһаһын атлап үттеләр, тип хәбәр итә Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Бөгөн малайҙар һәм ҡыҙҙарҙы күңелле тамаша ҡаршы алды. Уйын бүлмәһе, ял зонаһы, уңайлы санитария бүлмәһе, яңы йыһаз, матур уйынсыҡтар... Төркөм 25 балаға иҫәпләнгән. Әлегә бында 18 бәләкәс йөрөй.
Балалар баҡсаһы “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә асылды.
Фото – Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.