+9 °С
Облачно
Милли проекттар
8 Апреля 2022, 05:55

Матурлыҡты пластик ҡапҡастарҙан да тыуҙырып була

Иглин районының Күҙәй ауылында йәшәгән Рима Андреева һуңғы биш-алты йылда бер генә пластик ҡапҡасты ла ташламай – уларҙан күҙ яуын алырлыҡ күркәм әйберҙәр эшләй. Быйылғы йылдың “хужаһы” юлбарыҫ өсөн өс меңдән ашыу пластик ҡапҡас киткән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Матурлыҡты пластик ҡапҡастарҙан да тыуҙырып булаМатурлыҡты пластик ҡапҡастарҙан да тыуҙырып була
Матурлыҡты пластик ҡапҡастарҙан да тыуҙырып була

Иглин районының Күҙәй ауылында йәшәгән Рима Андреева һуңғы биш-алты йылда бер генә пластик ҡапҡасты ла ташламай – уларҙан күҙ яуын алырлыҡ күркәм әйберҙәр эшләй.

Быйылғы йылдың “хужаһы” юлбарыҫ өсөн өс меңдән ашыу пластик ҡапҡас киткән.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Өфө заводтарының береһендә эшләгән Рима, атаһы үлгәс, ғаиләһе менән тыуған ауылына ҡайта. Бында һөнәренә ярашлы эш булмай, мәктәпкә иҙән йыуырға урынлаша. Хаҡлы ялға сыҡҡас, эшһеҙ ултырырға күнекмәгән ҡатын үҙенсәлекле шөғөл таба – пластик ҡапҡастарҙан төрлө әйберҙәр эшләй башлай. Һуңғы биш-алты йылда бер генә ҡапҡасты ла ташламай ул.

– Туғандарым, әхирәттәрем дә миңә ярҙам итә, төрлө төҫтәге ҡапҡастар килтерә, – тип бүлешә Рима Тимерхан ҡыҙы.

Тәүҙә ул Интернеттан үҙенә оҡшаған һүрәтте таба, уны ҡағыҙға төшөрә, шунан фанераға күсерә, ире уны ҡырҡа. Артабан Рима апай фанераға махсус елем менән ҡапҡастар йәбештерә. Шулай Андреевтарҙың ихатаһында йәнлектәр, әкиәт персонаждары хасил була. Гараж, һарай, мунсаның тышҡы яҡтары ғына түгел, кәртәләре лә төрлө төҫтәге паннолар менән биҙәлгән, тип хәбәр итә  Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

– Кешеләрҙең һоҡланып ҡарап үтеүе күңелемде йылыта, – ти Рима апай.

Кәрәкле төҫтәге ҡапҡас булмаһа, оҫтабикә уларҙы буята, сағыулығы юғалмаһын өсөн, йәй һайын уларҙың буяуын яңырта. Ҡайһы бер фигураларҙы яҡындарына ла бүләк итә. Мультфильм геройҙары – яратҡан ейән-ейәнсәрҙәр өсөн.

Андреевтар әүҙем тормош алып бара. “Иң яҡшы ихата” бәйгеһендә ҡатнашып, икенсе урын алғандар. Ҡунаҡ саҡырырға яраталар.

Пластик – экологияның иң төп “дошман”дарының береһе. Уларҙы дөрөҫ утилләштермәһәң, тирә-яҡҡа зарарлы матдәләр бүлеп ята. Эштәрендә ҡапҡастарҙы ҡулланып, оҫтабикә уларҙың “ғүмерен оҙонайта”, бының менән ул тирә-яҡтың бысраныуы менән көрәшә. Был иһә “Экология” милли проекты маҡсаттарын атап килә.

Рима Тимерхан ҡыҙы тегергә лә ярата. Был һөнәргә Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында офицерҙарға хәрби кейем теккән атаһынан өйрәнгән.

Ҡул эштәре менән башлыса ҡыш шөғөлләнә. Йәй көнө иһә баҡсаһында экологик таҙа йәшелсәләр үҫтерә. Ҡош-ҡорт та тоталар. Йортта һәм ихатала мәшәҡәттәре күп булыуға ҡарамай, матурлыҡ тыуҙырыуынан туҡтарға йыйынмай ул.

Фото – Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас