

Республикала “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекытының “Таҙа һыу” проекты сиктәрендә 32 һыу менән тәьмин итеү объекты төҙөлә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән Хөкүмәт ултырышында “Башҡортостан Республикаһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу һәм реформалау” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре һәм 2022 йылға бурыстарҙы санкция шарттарында үтәү хаҡында һөйләштеләр, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Был программа 2013 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан раҫланған, 2021 йылда тормошҡа ашырыу тамамланған. Бынан тыш, республикала 2018 – 2024 йылдарға иҫәпләнгән “Башҡортостан Республикаһында заманса ҡала мөхите булдырыу” программаһы ла тормошҡа ашырыла. Ике программаны бойомға ашырыуға 100 миллиард һумдан ашыу аҡса һалыу ҡаралған, уның яртыһынан ашыуы республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығын модернизациялауға һәм реформалауға тура килә.
– Торлаҡ-коммуналь комплексты яңыртыу буйынса байтаҡ эштәр башҡарылған, әммә бөгөн беҙҙең алда ҙурыраҡ бурыстар тора. “Таҙа һыу” проекты сиктәрендә 2024 йылға тиклем 32 һыу менән тәьмин итеү объекты төҙөргә, коммуналь инфраструктураның туҙыу кимәлен 52,2 процентҡа тиклем кәметергә, сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителгән халыҡ иҫәбен 92 процентҡа еткерергә кәрәк, – ти Андрей Назаров.
Фото – БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.