

Архангел районы хакимиәтендә сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Малсылыҡты үҫтереү, һөт, ит, йомортҡа, бал, һарыҡ йөнө етештереү – ауыл ерендә уңышлы йүнәлештәрҙең береһе. Урал Абдуллин менән Раҡия Заһиҙуллина крәҫтиән-фермер хужалығында эре мөгөҙлө мал, йылҡы һәм һарыҡ үрсетеү менән шөғөлләнә. Улар эшен киңәйтергә ниәтләй, бының өсөн ер участкаһы кәрәк. Крәҫтиән-фермер хужалығына ер биреү мәсьәләһен хәл итергә ҡарар ителде.
Икенсе проект – шиномонтаж оҫтаханаһы асыу. Уны Ярослав Шпон тәҡдим итте. Мотоцикл, мопед, велосипед, квадроцикл йүнәтеү хеҙмәте Архангел ауылы өсөн яңы. Был эшҡыуарға адреслы социаль ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге ҡаралды, тип хәбәр итә Архангел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә ойошторола.
Фото – Архангел районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.