+2 °С
Облачно
Милли проекттар
18 Марта 2022, 10:05

Бер юлы бер нисә мәсьәләне хәл итмәкселәр

Краснокама районы хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә орлоҡсолоҡ үҙәге булдырыу буйынса проект ҡаралды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер юлы бер нисә мәсьәләне хәл итмәкселәрБер юлы бер нисә мәсьәләне хәл итмәкселәр
Бер юлы бер нисә мәсьәләне хәл итмәкселәр

Краснокама районы хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә орлоҡсолоҡ үҙәге булдырыу буйынса проект ҡаралды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Крәҫтиән-фермер хужалығы вәкиле әйтеүенсә,  орлоҡсолоҡ үҙәге булдырыу район ҡаҙнаһындағы келәттәргә реконструкция үткәреп, тәғәйенләнеше буйынса тотонорға, өҫтәмә эш урындары булдырыуға, шул айҡанлы һалым түләүҙәрен арттырырға, ҡуртым хаҡын кәметергә, райондың һәм яҡын-тирә ауылдарҙың ауыл хужалығы етештереүселәрен – иген һәм техник культура  орлоҡтары, фураж, эшкәртеү предприятиеларын сеймал менән тәьмин итергә, тотонолмай ятҡан ауыл хужалығы ерҙәрен эшкәртә башларға мөмкинлек бирә.

Хакимиәт башлығы Рөстәм Мусин яуаплы кешеләргә проект буйынса консультация ярҙамы күрһәтергә, инициаторға тәҡдим әҙерләргә ҡушты.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә ойошторола.

Фото – Краснокама районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас