+17 °С
Облачно
Милли проекттар
18 Марта 2022, 11:10

“Агростартап”та ҡатнашығыҙ!

Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы “Агростартап” гранты алыуға конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итә. 2022 йылда ауыл эшҡыуарҙары араһында популяр булған программа буйынса 125,4 миллион һум ярҙам күрһәтеү ҡаралған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
“Агростартап”та ҡатнашығыҙ!“Агростартап”та ҡатнашығыҙ!
“Агростартап”та ҡатнашығыҙ!

Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы “Агростартап” гранты алыуға конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итә.

2022 йылда ауыл эшҡыуарҙары араһында популяр булған программа буйынса 125,4 миллион һум ярҙам күрһәтеү ҡаралған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

– Быйыл “Агростартап” гранты алыу өсөн конкурста ҡатнашырға теләүселәр күп булыр, тип көтәбеҙ. Һайлау еңел булмаҫ. Иң әҙерлекле, перспективалы етештереүселәр генә грантҡа иҫәп тота ала. Конкурста ҡатнашыусылар проекттарын комиссия алдында яҡлай, ултырыштар онлайн рәүештә күрһәтелә, – ти БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов.

Ғаризалар 21 марттан 1 апрелгә тиклем 450008, Өфө ҡалаһы,  Пушкин урамы, 106 адресы буйынса ҡабул ителә. Мәғлүмәт өсөн телефондар: 8 (347) 218-05-26, 218-05-29.

Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас