

Өфө ҡалаһының “Сағыу” биҫтәһе 2011 йылда төҙөлә башлай, бөгөн ул иң йылдам үҫкән микрорайондарҙың береһе. Йыл һайын яңы торлаҡ кварталдар һалына, социаль объекттар барлыҡҡа килә. Әле бында 9500 кеше йәшәй.
Микрорайон үҫешеү менән бергә яңы юлдар һалыу зарураты тыуа. Быйыл “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Торлаҡ” федераль проекты сиктәрендә 2,5 саҡрым оҙонлоғонда юл һалыу һәм төҙөкләндереү ниәтләнә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Атап әйткәндә, Архитектор Кәлимуллин (573 метр), Сағыу бульвар (224 метр), Яр буйы, Кустаревская (259 метр), Акварельная (227 метр), Евгений Столяров (248 метр) урамдары төҙөкләндерелә, 8-се урамда (206 метр), 3-сө һәм 4-се кварталдар араһына (469 метр) юл һалына, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Шулай уҡ ямғыр һыуы канализацияһы төҙөү, яҡтыртыу ҡаралған.
Әле был объекттар буйынса подряд ойошмалары билдәләнгән, муниципаль килешеүҙәр төҙөлгән. Эштәрҙе 2022 йылдың аҙағына тамамлау күҙаллана.
Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.