

Баҡалы районының Мостафа ауылындағы Илгизәр Фаруҡшин крәҫтиән-фермер хужалығы – ауыл ерендә килем алып, уңышлы эшләп булыуына матур миҫал.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Бала сағынан тыуған ерендә эшләргә хыяллана ул. Бөгөн хыялы тормошҡа ашҡан, тип әйтеп була. Эште 300 гектар ерҙе ҡуртымға алыуҙан башлай егет. Унда арпа, бойҙай, һоло сәсә. Яйлап техника паркы барлыҡҡа килә. Артабан тағы ла 200 гектарҙы ҡуртымға ала, шулай эшен үҫтерә.
2017 йылда 25 баш тоҡомло башмаҡ ала. 2019 йылда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған “Эш башлаусы фермер” программаһында ҡатнашып, проектын яҡлай һәм республика ҡаҙнаһынан өс миллион һум грант ала. Был аҡсаға башмаҡтар ала, әле уларҙан алынған һөттө һатыуға сығара.
Үткән йылда фермерға техника алыуға киткән сығымдың яртыһын ҡайтарыуға, лизинг түләүенең бер өлөшөн ҡаплауға субсидиялар бүленә, тип хәбәр итә Баҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Илгизәр Йәмғетдин улы ҙур хыялдар менән йәшәй. Ошо арала келәт төҙөргә йәки һатып алырға, мөмкинлек булһа, мал башын да арттырырға уйлай. Фермер орлоҡтарын да яңыртырға теләй. Орлоҡ алыу өсөн сығымды ҡаплау республика программаһы буйынса субсидия алырға ла ниәте бар.
Үҙ эшен асҡандан алып Илгизәр ял хаҡында уйламай ҙа. “Нива”һына ултырып, таң менән юлға сыға. Йыл әйләнәһенә ул уңыш тураһында хәстәрләй. Тик үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай – башҡаларҙың тәжрибәһен өйрәнә, фермерҙар менән аралаша. Эшенән йәм һәм тәм табып йәшәй белә. “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Хужалыҡты үҫтерәм тиһәң, күп нәмәне белергә тейешһең”, – ти йәш ауыл эшҡыуары.
Фото – Баҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.