+12 °С
Облачно
Милли проекттар
3 Марта 2022, 08:42

Урман шаулап үҫер

Быйыл Башҡортостанда 14,6 мең гектар майҙанда урманды тергеҙеү һәм үҫтереү эштәре алып барыу планлаштырыла. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Урман шаулап үҫерУрман шаулап үҫер
Урман шаулап үҫер

Быйыл Башҡортостанда 14,6 мең гектар майҙанда урманды тергеҙеү һәм үҫтереү эштәре алып барыу планлаштырыла.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Республикала “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә урманды тергеҙеү һәм үҫтереү буйынса системалы эштәр алып барыла.

14,6 мең гектар майҙандың 6,1 мең гектарында урман культуралары ултыртыла, 8,1 гектар ерҙә тәбиғи урман тергеҙелә, 400 гектар майҙанда ике төр эш тә алып барыласаҡ, тип хәбәр итә БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– Башҡортостан урмансылары шулай уҡ 25,7 мең гектар майҙанда урман культураларын агротехник тәрбиәләү һәм 5,1 мең гектар ерҙә урман культураларын өҫтәү буйынса эштәр алып барасаҡ, – тип билдәләй БР урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Фото –  БР Урман хужалығы министрылығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас