

“Бындай сараға бик ҡыуанып килдем. Түләүһеҙ, шул уҡ ваҡытта юлға ла аҡса һәм ваҡыт түгергә тура килмәне. Бындай белемдең бик кәрәк сағы. Күп нәмәгә күҙем асылды: нимә ул интернет-магазин, ниндәй мөмкинлектәр бар һәм үҙеңә кәрәген нисек һайларға. Бизнес алып барыу нескәлектәренә лә өйрәттеләр”, – ти интенсивта ҡатнашыусы шәхси эшҡыуар.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Дүртөйлө районында үҙ эшен асырға теләгән ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар, үҙмәшғүлдәр менән әүҙем эштәр алып барыла, тип хәбәр итә Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә 73 кеше “iTradeGo. Интернетта эшҡыуарлыҡ. Эш башлауҙан алып тәүге заказға тиклем” программаһы буйынса семинарҙа ҡатнашты.
Фото – Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.