

Иглин урмансылары мөһим эш менән мәшғүл – урман үрсетеү өсөн шыршы тубырсыҡтары әҙерләйҙәр.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Тубырсыҡ йыйыу миҙгеле көҙҙөң һуңғы көндәрендә башланып, февралгә тиклем дауам итә. Әле Иглин урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре 1500 килограмм шыршы тубырсығы йыйған, тип хәбәр итә Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
– Быйыл уңыш уртаса булды. Артабан тубырсыҡтарҙы эшкәртер өсөн “Борай урманы” ойошмаһына тапшырабыҙ. Орлоҡтар киләһе йылда питомникка ултыртыр өсөн ҡулланыласаҡ, – ти Иглин урман хужалығы директоры вазифаһын башҡарыусы Юламан Кейекбирҙин.
Сара “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проекты сиктәрендә ойошторола.
Фото – БР Урман хужалығы һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.