+10 °С
Ясно
Милли проекттар
16 Февраля 2022, 09:25

Асфальт-бетон заводтары эш миҙгеленә әҙерләнә

Апрель айында, тәбиғәт шарттары мөмкинлек биргәс тә, юл төҙөү миҙгеле башлана. Әле юл төҙөүселәр ойоштороу-әҙерләнеү эштәре менән мәшғүл. Объекттар буйынса килешеүҙәр төҙөлә, кәрәкле техника һәм ҡорамалдар барлана. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Асфальт-бетон заводтары эш миҙгеленә әҙерләнәАсфальт-бетон заводтары эш миҙгеленә әҙерләнә
Асфальт-бетон заводтары эш миҙгеленә әҙерләнә

Апрель айында, тәбиғәт шарттары мөмкинлек биргәс тә, юл төҙөү миҙгеле башлана. Әле юл төҙөүселәр ойоштороу-әҙерләнеү эштәре менән мәшғүл. Объекттар буйынса килешеүҙәр төҙөлә, кәрәкле техника һәм ҡорамалдар барлана.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Республиканың баш ҡалаһында юл эштәренең күп өлөшө “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә үтә. 2022 йылда юл селтәренең 16 участогы нормаға килтерелә.  Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 21 саҡрым тәшкил итә. Был хаҡта Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

“Бөгөн Өфө биләмәһендә юл йүнәтеү өлкәһендә тиҫтәләгән ойошма эшләй. Уларҙың кәрәкле техникаһы, заманса ҡорамалдары, квалификациялы кадрҙары бар. Подряд ойошмаларының үҙ асфальт-бетон заводтары булыуы ремонтҡа мәлендә тотонорға һәм уны билдәләнгән ваҡытта тамамларға мөмкинлек бирә. Апрелдә тулы көс менән эшкә тотонор өсөн әле материалдар килтерелә”, – ти Өфө ҡалаһы хакимиәтенең төҙөлөш, юл һәм ҡоролмаларҙы ремонтлау буйынса идаралығының начальник урынбаҫары Илшат Фәхретдинов.

Милли проекттан тыш, Өфөлә Башҡортостан Республикаһының автомобиль юлдарын тотоу, ремонтлау, төҙөү һәм реконструкциялау буйынса территориаль заказы буйынса 1-се Кронштадт һәм Тимашево урамын нормаға килтереү ҡаралған. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо – өс километрҙан артыҡ.

Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас