

2021 йылда Әбйәлил урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре Ҡырҙас участкаһы биләмәһендә 160 квадрат метр майҙанлы йылытма төҙөгән. Унда ябыҡ тамыр системалы 38 мең үҫенте әҙерләнгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы “Экология” милли проекты сиктәрендә 2019 йылдан “Урманды һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Уның маҡсаты – 2024 йылға урманды тергеҙеүҙе 100 процентҡа еткереү. Яңы ҡағиҙәләр буйынса, 2022 йылдан урманды тергеҙеү алып барылған майҙандың 20 процентына ябыҡ тамыр системалы үҫентеләр ултыртылырға тейеш, тип хәбәр итә БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Бындай үҫентеләр өсөн урман хужалыҡтары йылытмалар төҙөй, кәрәкле ҡорамалдар һатып ала.
2021 йылда Әбйәлил урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре Ҡырҙас участкаһы биләмәһендә 160 квадрат метр майҙанлы йылытма төҙөгән. Унда ябыҡ тамыр системалы 38 мең үҫенте әҙерләнгән.
– Мартта икенсе теплица төҙөй башлайбыҙ. Кәрәкле төҙөлөш материалын алдыҡ та инде. Апрелдә 2500 кассетаға орлоҡ сәсәбеҙ, уларҙан 2022 йылда 200 мең ябыҡ тамыр системалы үҫенте алырға ниәтләйбеҙ, – ти Әбйәлил урман хужалығы директоры Зариф Абдуллин.
Фото – БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.