

Ҡалаға ингән ерҙәргә дүрт мәғлүмәт таблоһы ҡуйыла. Уларҙа һауа торошо, тиҙлек режимы, юлдарҙағы хәлдәр тураһында мәғлүмәттәр урынлаштырыла. Ҡаланың дүрт урынында экологик датчиктар күҙәтеү ойошмаларына тиҙ арала һауаның бысраныуы тураһында информация алырға мөмкинлек бирә. Проект буйынса шулай уҡ Өфө агломерацияһында бөтә транспорт системаһы менән идара итеү ситуацион үҙәге булдырыу ҡаралған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Интеллектуаль транспорт системаларының төп маҡсаты – юл хәрәкәте менән идара итеү процесын автоматлаштырыу. Һөҙөмтәлә – юлдарҙа хәүефһеҙлекте арттырыу.
Интеллектуаль транспорт системаларын индереү буйынса эштәр 300 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалаларҙа алып барыла, тип хәбәр итә БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. Программа “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә индерелә.
“Заманса ИТ-системалар тығындар һәм авариялар булдырыуға юл ҡуймау өҫтөндә эшләргә һәләтле. Интеллектуаль транспорт системалары базаһында автоматлаштырылған светофорҙар менән идара итеү платформаһы, юл хәрәкәте ҡатнашыусыларына һауа торошо, авариялар, юл эштәре хаҡында хәбәр итеү тормошҡа ашырыла”, – ти БР транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.
Башҡортостанда интеллектуаль транспорт системалары булдырыу буйынса проект Өфөлә тормошҡа ашырыла. Ул 2022 йылдан алып 2024 йылға тиклем бара. Проектты тормошҡа ашырыуға 1 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонола.
Өфөнөң машиналар күп йөрөгән бер юл киҫелешендә системаға тест үткәрелгән. Был участкала машиналарҙы үткәреү мөмкинлеге 20 процентҡа артҡан.
Фото – БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.