

2021 йылда Өфө “Демография” милли проектының “Спорт – тормош рәүеше” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 52,6 миллион һум аҡса алған. Был аҡса 23 муниципаль спорт мәктәбе өсөн спорт кәрәк-ярағы, ҡорамалдар, махсус кейем өсөн тотонолған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Был хаҡта Өфө ҡалаһы хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса идаралығы рәйесе Егор Сорокин хәбәр итә.
Бынан тыш, 2021 йылдан милли проект сиктәрендә бүленгән аҡсаны спортсыларҙың күнекмәләрен ойоштороу өсөн йүнәлтергә мөмкин. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, үткән йылда бындай сараларҙа Өфө спорт мәктәптәренән 262 тәрбиәләнеүсе ҡатнашҡан.
Өс йыл эсендә милли проект сиктәрендә дөйөм алғанда 145 миллион һум аҡса бүленгән. Был спорттың төп төрҙәре буйынса тренировкаларҙы яҡшыртырға һәм һөҙөмтәләр күрһәтеүгә ярҙам иткән.
Фото Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан алынды.