

2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса Өфөлә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Башҡортостан Республикаһында торлаҡ” төбәк проекты күрһәткестәре арттырып үтәлгән. 1 миллион 262 мең квадрат метр торлаҡ эксплуатацияға тапшырылған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
– Был һөҙөмтәләр бер Өфө кешеһен 26,29 квадрат метр кимәленә тиклем торлаҡ менән тәьмин итеү күрһәткесенә килтерҙе, – тип белдерә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Кирилл Чистяков. – Ҡала хакимиәте төҙөүселәргә рәхмәтен еткерә, артабан да ошо тиҙлек, ошо күләм һаҡланыр, тип ышана.
“Өсөнсө трест”, “Жилстройинвест”, “Архстройинвестициялар», БР Торлаҡ төҙөлөшө үҫеше фонды коммерция булмаған ойошмаһы, “СЗ ИСК г.Уфы», “Беренсе трест”, “СЗ ИСК “СтройФедерация”, “КПД”, “ПСК-6”, “Госстрой” – иң күп төҙөү эше менән шөғөлләнгән ойошмалар. Улар бөтәһе бергә 600 мең квадрат метр торлаҡ төҙөгән, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.