

Мәләүез районы медицина ойошмаларында капиталь ремонт эштәре тамамланды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Мәләүез дауаханаһының педиатрия корпусында ҡыйыҡҡа капиталь ремонт яһалды. Эштәр “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” программаһы буйынса башҡарылды, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Шулай уҡ программа буйынса дауахананың балалар бүлегендә лә ҡыйыҡҡа капиталь ремонт яһалған.
Әлеге программа буйынса 2021 йылда Башҡортостанда 73 модулле фельдшер-акушер пункты төҙөлгән, 8 капиталь ФАП һалынған. 22 медицина ойошмаһында капиталь ремонт үткәрелгән.
Фото – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.