

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры реконструкцияға ябыла. Март айынан башлап бәләкәй тамашасылар ҡурсаҡ театры спектаклдәрен Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының бәләкәй залында һәм Өфө балалар филармонияһы сәхнәһендә ҡарай ала.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Әле ойоштороу эштәре бара. Аҙна аҙағына тиклем театрҙың реквизиттарын күсереү планлаштырыла.
БР Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итеүенсә, 1976 йылда төҙөлгән бинала бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән. Яңыртыу эштәре "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Уның өсөн федераль һәм республика ҡаҙналарынан аҡса бүленә.
Ҡурсаҡ театры Өфө ҡалаһына 450 йыл тулыуға арналған объекттар исемлегенә инә, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.