+10 °С
Ясно
Милли проекттар
24 Января 2022, 06:57

Компьютер белгесе һөнәрен үҙгәртә

Өфөлә йәшәгән IT-проекттар етәксеһе бөгөн бөтөнләй башҡа төрлө эшҡыуарлыҡ алып бара – микройәшеллек үҫтерә. Был аҙымға барыуға пандемия сәбәпсе, ти Дамир Ғөбәев. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Компьютер белгесе һөнәрен үҙгәртәКомпьютер белгесе һөнәрен үҙгәртә
Компьютер белгесе һөнәрен үҙгәртә

Өфөлә йәшәгән IT-проекттар етәксеһе бөгөн бөтөнләй башҡа төрлө эшҡыуарлыҡ алып бара – микройәшеллек үҫтерә. Был аҙымға барыуға пандемия сәбәпсе, ти Дамир Ғөбәев.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Эшһеҙ ҡалған Дамир Ғөбәев 2020 йылда мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итә. Бында ул белгестәрҙән социаль килешеү рәүешендәге адреслы социаль ярҙам хаҡында ишетә. Бизнес-план төҙөп, уны уңышлы яҡлап сыға, социаль килешеү төҙөй һәм йыл аҙағында дәүләттән ярҙам ала. 2021 йылдың ғинуарында үҙ эшен асып та ебәрә.

Социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам йән башына уртаса килеме Башҡортостанда билдәләнгән йәшәү минимумынан аҙ булған ғаиләләргә, граждандарға бирелә. 2024 йылға тиклем республикала программаны тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан йыл һайын 380 миллион һум аҡса йәлеп ителәсәк, тип хәбәр итә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Программала ҡатнашыу шарттары буйынса һорауҙар менән йәшәү урыны буйынса Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең барлыҡ филиалдарына, мәшғүллек үҙәктәренә, республика ғаилә хеҙмәттәренә, шулай уҡ МФЦ бүлексәләренә мөрәжәғәт итергә  була.   

Фото –  БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас