

Ҡалтасы районында оло йәштәгеләр өсөн физкультура-һауыҡтырыу күнегеүҙәре алып барыла.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Скандинав таяҡтары менән йөрөү һаулыҡ өсөн бик файҙалы, тигән фекерҙә ололар. Һаулыҡ та нығына, кәйеф тә күтәренке, ти улар. Күтәрем ауылында, урманда, урынлашҡан “Сәләмәтлек һуҡмағы”нда берәмләп тә, күмәкләп тә йөрөргә сығалар, тип хәбәр итә Ҡалтасы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Нефтяник” мәҙәниәт йорто ойошторған сара “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” төбәк проекты сиктәрендә үтә.
Фото – Ҡалтасы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.