+2 °С
Облачно
Милли проекттар
28 Декабря 2021, 09:09

Льготалы ғаилә ипотекаһы 2023 йылға тиклем оҙайтылды

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса РФ Хөкүмәте “Ғаилә ипотекаһы” программаһын оҙайтты. Торлаҡ алыуға йәки шәхси йорт һалыуға йылына 6 процентҡа тиклем льготалы ставка буйынса кредитты 2023 йылдың аҙағына тиклем алырға мөмкин. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Льготалы ғаилә ипотекаһы 2023 йылға тиклем оҙайтылдыЛьготалы ғаилә ипотекаһы 2023 йылға тиклем оҙайтылды
Льготалы ғаилә ипотекаһы 2023 йылға тиклем оҙайтылды

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса РФ Хөкүмәте “Ғаилә ипотекаһы” программаһын оҙайтты. Торлаҡ алыуға йәки шәхси йорт һалыуға йылына 6 процентҡа тиклем льготалы ставка буйынса кредитты 2023 йылдың аҙағына тиклем алырға мөмкин.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

  

2021 йылдың 1 июленән Президент ҡушыуы буйынса программаның шарттары киңәйтелде. Элек программа ике йәки артабанғы балалар тыуғандан һуң эшләһә, хәҙер кредитты 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған бер балалы ғаиләләрҙең дә алырға мөмкинлеге бар.

Тәүге взнос торлаҡтың 15 процентын тәшкил итә. Кредиттың максималь күләме төрлө төбәктә төрлөсә. Башҡортостан Республикаһы өсөн ул 6 миллион һум тәшкил итә, тип хәбәр итә  БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

“Ғаилә ипотекаһын” нисек ҡулланырға? Ошо һылтанма буйынса ҡарағыҙ: https://спроси.дом.рф/instructions/semeinaya-ipoteka/.

“Ғаилә ипотекаһы”на ғариза яҙырға: https://domrfbank.ru/mortgage/programs/family-mortgage/.

Ҡулланыусының каталогтан алып хеҙмәтте алыуға тиклем юлы – һылтанма буйынса видеояҙмала: https://vk.com/rcspn?z=video-172173603_456239039%2F15311e0d63eb2141ef%2Fpl_wall_-172173603.

Фото – БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас